Өфөлә баш ҡалабыҙҙың 450 йыллыҡ юбилейына арналған объекттарҙың береһе – Көрәш һарайы – тантаналы асыла. Рәсәйҙә генә түгел, донъяла иң ҙур көрәш объекттарының береһе Өфөнөң Октябрь районы биләмәһендә Муса Гәрәев, Архитектор Рехмуков, Рудольф Нуриев һәм Комсомол урамдары сиктәрендә урынлашҡан кварталда төҙөлә. Бинаның дөйөм майҙаны – 28 мең квадрат метр. Бында спорт комплексы, спорт көрәше мәктәбе, трибуналары булған, 3400 кешегә иҫәпләнгән универсаль зал, спортсылар өсөн ҡунаҡхана, конференциялар өсөн зал һәм башҡалар урынлашасаҡ. Көрәш һарайы фронтонында Боронғо Грецияның ике көрәшсеһен һынландырған барельеф ҡуйылған. Муса Гәрәев урамынан ингән яҡта скульптура ансамбле бар. Унда төрлө алымдар ҡулланған спортсылар һындары төшөрөлгән. Улар яңы Көрәш һарайында шөғөлләнеп буласаҡ спорт төрҙәрен күрһәтә. Скульптура ансамбле һәм барельефтар авторы – билдәле скульптор, Рәсәй Федерацияһының халыҡ рәссамы, Рәсәйҙең самбо буйынса спорт мастеры Салауат Щербаков. Өфөләге Көрәш һарайы стадионға й