Найти тему
Башҡортостан гәзите

Юғалтыуҙарҙы кәметергә мөмкинлек биргән

Башҡортостан Республикаһының нефть һәм газ скважиналары өсөн ҡорамалдар сығарған “Пакер” ғилми-производство фирмаһы “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проектында ҡатнашыу ярҙамында төп участкаларҙың береһендә һөҙөмтәлелекте өс тапҡырға арттырҙы. Хәҙер предприятиела уңышлы тәжрибәне башҡа йүнәлештәрҙә таратырға ниәтләйҙәр, тип хәбәр итә төбәк компетенциялар үҙәге. “Милли проектҡа инеү компанияға бөтә етештереү процесын оптималләштерергә һәм юғалтыуҙарҙы кәметергә мөмкинлек бирҙе”, – тип билдәләне Башҡортостандың иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов. Төбәк компетенциялар үҙәге менән берлектә фирма бер нисә мәсьәләне хәл итә алған: төп етештереү ағымын оптималләштергән, Lean-технологиялар өлкәһендә инструкторҙарҙың корпоратив командаһын әҙерләгән һәм льготалы кредит алған. Билдәле булыуынса, “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” (национальный проект “Производительность труда”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. Фото: bash.news