Башҡортостан Республикаһының Стәрлетамаҡ ҡалаһында 1-се гимназия корпусын капиталь ремонтлау тамамланды. Бында “Мәғариф“ милли проектына ярашлы яңы ҡорамалдар ҡуйылды. Шулай уҡ төбәктә тәүге мәктәп рестораны ошонда уҡ барлыҡҡа киләсәк, тип хәбәр итәләр ҡала хакимиәтенән. Капиталь ремонтҡа тиклем корпуста “Березка” шифахана-профилакторийы урынлашҡан булған. 2 сентябрҙән урында 750 уҡыусы һәм 120 балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүсеһе уҡыясаҡ. Реконструкция ваҡытында бинаның тәҙрәләре, инженер селтәрҙәре алмаштырылған. Дәрестәр өсөн мобиль һәм стационар информатика кабинеттары, интерактив панелдәр һәм лазер принтерҙары һатып алынған. Мәктәп яны территорияһында заманса спорт ҡорамалдары һәм хәүефһеҙ уйын майҙансыҡтары ҡуйылған. “Яңылыҡтарҙың береһе – ул мәктәп рестораны. Республикала мәктәп туҡланыуын ойоштороуҙың бындай форматы тәүге тапҡыр индерелә. Балалар менюның төрлө варианттарынан сығып, үҙҙәренә ашарға һайлай аласаҡтар”, – тип хәбәр иттеләр. Билдәле булыуынса, "Мәғариф" (национальный проект “Образование”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. Фото: srgazeta.ru