Инвестиция сәғәттәре – Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбировтың башланғысы менән индерелгән иң тәүге тармаҡ сәғәте. Үҙенең йоғонтоло булыуын күрһәткәс, ошо формат башҡа күп өлкәләрҙә лә эш алымы итеп индерелде. Инвестиция сәғәттәре – уникаль система ҡоралы, уны ҡулланыуға индереү инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыуҙы тиҙләтергә, юғары етәксенән гарантиялар алырға һәм ведомство-ара характерҙағы ҡатмарлы мәсьәләләрҙе хәл итергә мөмкинлек тыуҙыра. Инвестиция сәғәттәре ултырыштарында республиканың власть органдары, урындағы үҙидара һәм Башҡортостанда эшҡыуарлыҡты үҫтерергә булышлыҡ иткән башҡа ойошма вәкилдәре ҡатнаша. Инвестиция сәғәттәре власть менән бизнес араһында уңайлы диалог булдыра. Ә был иһә төбәккә капитал ҡыҙыҡһыныуҙы арттыра, яңы эш урындары асыу мөмкинлеге тыуҙыра, был, үҙ сиратында, эшһеҙлек кимәлен түбәнәйтә һәм социаль-иҡтисади хәлде яҡшырта. Инвестиция сәғәттәре инвестпроекттарҙы ҡарау ваҡытын ҡыҫҡарта, артабан дәүләт ярҙамы ла тиҙләтелә. Һөҙөмтәлә, һуңғы йы