Найти тему
Башҡортостан гәзите

Бындай музейҙы күргәнебеҙ юҡ ине әле!

Красноусол үҙәк район дауаханаһында (баш табип – Хәкимйән Сәфәрғолов) музей барлығы тураһында хәбәрҙар түгел инек, уның медицина ойошмаһында ойошторолоуы тураһында хатта уйламағайныҡ та. Ғафури районына сираттағы командировка барышында төбәктең тотош медицина йылъяҙмаһына тап булдыҡ. Район һаулыҡ һаҡлау тарихына һаҡсыл ҡараш булдырған, тармаҡ үҫеше тарихын тергеҙгән хеҙмәткәрҙәр маҡтау һүҙҙәренә генә лайыҡ. Был музейҙың барлыҡҡа килеүе – быуын сылбырҙарын тергеҙеү, ваҡыт бәйләнешен өҙмәү, ветерандарҙың йәш быуын вәкилдәренә эстафетаны тапшырыу билдәһе лә. Музей майҙаны артыҡ ҙур түгел, ике бүлмәнәнән тора. Тәүгеһендә Красноусол үҙәк район дауаханаһы тарихы, медицина хеҙмәткәрҙәре, участка дауаханалары баш табиптары менән танышырға мөмкин. Икенсе бүлмәлә үткән быуаттағы “ауыл фельдшер-акушерлыҡ пункты” урынлашҡан: ундағы һәр әйбер тарихты һаҡлай, хатта үткән дәүер медицинаһын күҙ алдына килтерә. ХХ быуатта район һаулыҡ һаҡлау тармағында ҡулланылған төрлө медицина кәрәк-яраҡтары, яңы тыуған сабыйҙы үлсәү приборы, пинцеттар һәм башҡалар менән танышырға була. Өҫтәүенә, дауаханала эшләгән хеҙмәткәрҙәр ҡулы менән эшләнгән табип һәм шәфҡәт туташы манекендары үҙенә йәлеп итә. Красноусол үҙәк районы дауаханаһында хәҙер дауаланырға, һаулыҡты нығытырға ғына түгел, тарихи йәһәттән белем эстәргә лә мөмкин. Музей аҙ ғына ваҡыт эшләһә лә, республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы, Башҡортостандың Милли музейы, Медицина палатаһы, Башҡортостан Республика һуғыш, хеҙмәт, Ҡораллы Көстәр һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары дипломдары, Рәхмәт хаттары менән билдәләнгән. Акушер, Красноусол үҙәк район дауаханаһының ветерандар советы рәйесе, хеҙмәт стажы 40 йыл булған Алла Ғәлләмова Ғафури район медицинаһының нисек башланыуы, биналар, 1956 йылда ғына бында беренсе “ашығыс ярҙам” машинаһының барлыҡҡа килеүе һәм башҡалар тураһында һөйләне. Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.