Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Халыҡ министр урынбаҫарын яҡын күрҙе

"Һаулыҡ һаҡлау" милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Динара Еникеева Борай районында граждандарҙы ҡабул итте. Был сара урындағы халыҡ өсөн мөһим ваҡиғаға әйләнде, сөнки халыҡтың һаулығы – республиканың һаулыҡ һаҡлау системаһы алдында торған төп бурыстарҙың береһе. Министр урынбаҫары Борай үҙәк район дауаханаһының баш табибы Радик Хәсәнов менән бергә халыҡтың һаулығына ҡағылышлы мөһим мәсьәләләрҙе тикшерҙе. Район халҡы ағымдағы проблемаларға, төбәктә медицина хеҙмәттәрен үҫтереү перспективаларына ҡағылышлы бик күп һорауҙар, тәҡдимдәр һәм үтенестәр менән мөрәжәғәт итте. Динара Еникеева һәр мөрәжәғәт итеүсене иғтибар менән тыңланы, аныҡ ҡарарҙар ҡабул итте һәм борсоған һорауҙарға яуап бирҙе. Уның рйонда йәшәүселәрҙең мөрәжәғәттәрен шәхси контроленә алыу әҙерлеге профессиональлек кимәленең юғары булыуы һәм улар хаҡында ихлас хәстәрлек күреүе хаҡында һөйләй. "Динара Рәис ҡыҙына мөһим эше һәм граждандарыбыҙға иғтибарлы мөнәсәбәте өсөн рәхмәт белдерәбеҙ! Бөтә халыҡҡа ныҡлы һаулыҡ һәм уңыштар теләйбеҙ!”, – тип билдәләне Борай үҙәк район дауаханаһының баш табибы Радик Хәсәнов. Билдәле булыуынса, “Һаулыҡ һаҡлау” (национальный проект “Здравоохранение”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. Фото: Борай районы хакимиәте.