Найти тему
Башҡортостан гәзите

Фәттәховтарҙың ғаиләһендә 13-сө бала тыуған

Бала тыуыу - һәр ғаилә өсөн көтөп алынған бәхет. Өфө ҡалаһының Октябрь районында ысын мәғәнәһендә иҫ киткес ваҡиға булған. Һупайлы биҫтәһендә йәшәгән Лилиә Фәттәхова 13-сө сабыйын ҡулына алған. "Шулай итеп, баш ҡаланың 450 йыллығына яңы өфөлө тыуҙы. Был шатлыҡлы яңылыҡ ҡына түгел, ул Ғаилә йылында өмөт һәм мөхәббәт символы", - тип яҙҙы Өфөнөң Октябрь районы хакимиәте башлығы Сергей Плотниковтың рәсми каналы. Лилиә Фәттәхованың ғаиләһе менән бергә 3-сө бала табыу йортонан күп балалы әсәйҙе ҡотларға Өфө ҡала советы депутаты Ирина Сухарева һәм башҡалар килгән. - Фәттәховтарҙың ғаиләһен ошо иҫ киткес ваҡиға менән ҡотлайбыҙ. Баш ҡаланың юбилейына ошондай матур бүләк өсөн һеҙгә рәхмәт белдерәбеҙ, - тиелгән каналда. Сығанаҡ: Сергей Плотниковтың рәсми каналы.