Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығында республикала махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн медицина реабилитацияһының нисек ойошторолоуы хаҡында һөйләнеләр. Беренсе этапта реабилитация травматология бүлексәләрендә, төбәк һәм беренсел ҡан тамырҙары үҙәктәрендә, шулай уҡ һуғыш ветерандары госпиталендә, кардиология һәм онкология диспансерҙарында үтә. Икенсе этап стационар шарттарҙа үткәрелә, өсөнсөһө көндөҙгө стационарҙа, амбулатор йәки шифахана-курорт ойошмаларында тормошҡа ашырыла. 2023 йылда ғына реабилитация үткәреү өсөн алты медицина ойошмаһына 191 берәмек ҡорамал ҡуйылған, быйыл ете медицина учреждениеһына 198 берәмек ҡорамал ҡайтарыла, киләһе йылда 10 медицина учреждениеһын йыһазландырыу күҙаллана, 2026 йылда - тағы ла ун берҙе. Был эш «Һаулығын аяҡҡа баҫтырыу өсөн иң ҡулай медицина реабилитацияһы» төбәк программаһы сиктәрендә башҡарыла. Бынан алда беҙ республикалағы берҙән-бер яңаҡ-бит хирургияһы бүлексәһендә МХО яугирҙәренә операция яһауҙары хаҡында һөйләгәйнек. Фото: Альберт ЗАГИРОВ Сығанаҡ: resbash.ru
Республикала МХО-ла ҡатнашыусылар өс этапта медицина реабилитацияһы үтә ала
27 августа 202427 авг 2024
~1 мин