Рәсәйҙең Һаулыҡ һаҡлау министрлығы 26 августан 1 сентябргә тиклемге аҙналыҡты, “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, Балалар араһында сәләмәт тормош алып барыуҙы киңерәк танытыу аҙналығы тип иғлан итте. Йәш быуын вәкилдәрен сәләмәт тормошҡа йәлеп итеү өсөн кәрәкле төп ҡағиҙәләр тураһында Өфөләге 17-се ҡала балалар клиник дауаханаһы баш табибының урынбаҫары, үҫмер йәшендәге балалар менән эшләү буйынса штаттан тыш белгес, табип-педиатр Жанна Александровна Вәлиева һөйләне. Табип әйтеүенсә, ата-әсәләр бала тыуғас уҡ уны сәләмәт тормош алып барыуға йәлеп итергә тейеш. Уларҙың иң тәүгеһе – көн режимын теүәл үтәү. Икенсеһе – йоҡо, сөнки был ваҡытта кеше көнө буйы сарыф ителгән энергияны туплай. Өсөнсө ҡағиҙә - дөрөҫ туҡланыу. Өҫтәүенә, балаларҙы “дөрөҫ” диета менән йонсоторға ярамай, юғиһә был хәл уларҙа аҙыҡ-түлеккә кире ҡараш барлыҡҡа килтереүе ихтимал. Дүртенсеһе – аҡыл хеҙмәте спорт күнекмәләре менән үрелеп барһын. Бишенсе ҡағиҙә - балағыҙҙың хоббиһы булһын һәм уны хуплағыҙ. Алтынсы ҡағиҙә - ҡыҙығыҙға йәки улығыҙға яңғыҙ ҡалыу мөмкинлеген бирегеҙ, йәғни уның шәхси “биләмәһе”нә инмәгеҙ. Һәр бала өсөн әсәйҙең һәм атайҙың, өлкәндәрҙең йәшәү өсөн өлгө икәнлеген оноторға ярамай. Шуға күрә үҙегеҙ ғәзиз балағыҙға үрнәк булығыҙ. Рәсәйҙең Һаулыҡ һаҡлау министрлығы сәләмәт тормош алып барыуҙың баланың физик һәм психик йәһәттән ҙур роль уйнауы тураһында иҫкәртә. Бала саҡтан һаулыҡҡа һаҡсыл ҡараш булдырыу зарур. Фото: Жанна Вәлиева.