Өфө ҡалаһы буйынса 6-сы полиция бүлегенә медицина учреждениеларының береһендә эшләгән 54 йәшлек ҡатын мөрәжәғәт иткән. Ҡатын белдереүенсә, уға билдәһеҙ номерҙарҙан бер нисә шылтыратыу булған. Мутлашыусылар кеҫә телефоны аша шылтыратып, үҙен банк белгесе итеп таныта. Улар өфөлөнө банк иҫәбенең хәүеф аҫтында булыуына һәм аҡса тупланмаларын һаҡлап ҡалыу өсөн “яуап” кредитын алырға кәрәклегенә инандыра. Ҡатын, ялған хеҙмәткәрҙәргә ышанып, ике миллион һумға яҡын кредит ала һәм уны мутлашыусыларҙың иҫәбенә күсерә. Октябрьский ҡалаһынан һәм Нуриман районынан ике кеше инвестиция һалырға маташып, мутлашыусыларҙың хәйләле ауына эләгә. Мәғлүм булыуынса, алданыуҙары тураһында ғариза яҙған 59 һәм 50 йәшлек ирҙәр интернет селтәрендә “еңел” аҡса эшләү тураһында иғлан күрә. Сайтта үҙҙәре хаҡында мәғлүмәт ҡалдырғандан һуң, бер аҙҙан уларға “белгестән” шылтыратыу килә. Ялған брокер ғариза биреүселәргә шәхси кабинет асырға ярҙам итә һәм ҙур табыш алыу өсөн ҙур күләмдә аҡса һалырға кәңәш итә. Ирҙәр уны тыңлап, ҙур суммала кредиттар ала. Йәғни Октябрьский ҡалаһынан булған 59 йәшлек ир – 4,5 миллион һумдан ашыу, ә Нуриман районында йәшәгән 50 йәшлек ир 2 миллион һум күләмендә кредит алған. Был аҡсаны улар “инвестиция янсығына” һала, әммә вәғәҙә ителгән килемде ала алмай. Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығы республика халҡын иғтибарлы һәм һаҡ булырға саҡыра. “Аҡса күсерер алдынан инвестиция платформаларын тикшерегеҙ! Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә күп аҡса эшләү тәҡдимдәре һеҙҙең менән мутлашыусылар бәйләнешкә инеүе хәүефен арттыра. Банк иҫәбенә зыян килтерергә мөмкин булған бындай ғәмәлдәрҙән тыйылығыҙ”, – тип иҫкәртәләр ведомствонан. Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте. Фото: t.me/mvd_rb/12527
Мутлашыусылар республика халҡын төп башына ултыртыуҙы дауам итә
29 августа 202429 авг 2024
1 мин