Башҡортостандан табиптар Луганск Халыҡ Республикаһына командировкаға даими бара. Улар мохтаждарға квалификациялы медицина ярҙамы күрһәтә. - Беҙҙең смена ҡыҫҡа булһа ла, байтаҡ эш атҡарҙыҡ. Планлаштырылғандарынан тыш, Петровское ҡалаһына ла барҙыҡ. Унда балаларҙы һәм өлкәндәрҙе ҡабул иттек, - ти Өфөләге 3-сө балалар поликлиникаһының ультратауышлы диагностикалау бүлеге табибы Гөлсинә Ҡарасурина. Табип педиатрия, хирургия, йоғошло сирҙәр бүлексәләренән балаларҙы, шулай уҡ яңы тыуған сабыйҙарҙы ҡараған. Быйыл барған сменаларҙың береһендә Гөлсинә Ҡарасурина бригада етәксеһе булған. Был ваҡытта республика медицина хеҙмәткәрҙәре бригадаһы өлкәндәр поликлиникаһында табипҡа тиклемге кабинетта 975 пациентты ҡараған. Офтальмолог – 732, кардиолог – 799, травматолог 651 пациентты ҡараған. Функциональ диагностикалау табибы 742 тикшереү үткәргән, 944 КТ-тикшереү, 975 электрокардиография атҡарған. Балалар поликлиникаһында педиатр - 1054, хирург – 1044, оториноларинголог - 1249, офтальмолог 1101 бал