Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Зәлиә тыуған яғына ҡайтып етте...

Башҡортостанға 29 йәшлек Зәлиә Шәмиғолованың кәүҙәһе алып ҡайтылды. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Учалы ҡыҙын Маврикий утрауында танышы аяуһыҙ үлтерҙе. Яҡындары Зәлиәне тыуған ҡалаһында, мосолман йолаларына ярашлы ерләргә ниәтләй. Уны үлтереүсе Пурявирсингх Сундур һөйләүенсә, ул ҡыҙға өйләнергә теләгән, ләкин башҡа егеттәр менән дә аралашҡанын белеп ҡалған. Ләкин полиция асыҡлауынса, улар араһында йылы мөнәсәбәттәр булмаған. Быны ни бары ир уйлап сығарған. Инженер көнләшеүе арҡаһында Зәлиәне тыныс урынға алып сығып, бысаҡ сәнсеп үлтергән, һуңынан кейемен систереп урманға күмеп ҡуйған. Әйткәндәй, осрашыуға сығыр алдынан ир үҙе менән бау ҙа, көрәк тә алған. Зәлиәнең туғандары һәм яҡындары был хәлдән һуң әле һаман шок кисерә. Был яңылыҡты белгәс, ҡыҙҙың әсәһенә ҡыйын була. “Ул бар көсөнә үҙен ныҡ тоторға тырыша. Беҙгә тәүҙә Зәлиәне табыу мөһим ине, хәҙер лайыҡлы итеп ерләргә кәрәк”, – тигән уның апаһы. Беҙ ҡыҙҙың ғаиләһенең ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. Фото: социаль селтәрҙәр.