Рәсәй Эске эштәр министрлығының мәғлүмәт-коммуникация технологияларын хоҡуҡһыҙ файҙаланыуға ҡаршы көрәште ойоштороу буйынса идаралыҡтың «Рәсәй Киберполицияһы хәбәрҙәре» рәсми ТГ-каналында бәлиғ булмағандарҙы енәйәт ҡылыуға йәлеп итеү ысулдары хаҡында хәбәр иттеләр. Бөгөн белгестәр сит ил онлайн-вербовкаһына ҙур иғтибар бирә. Бындай осраҡтарҙа енәйәтселәр үҫмерҙәрҙе сәйәси акцияларға, ут төртөүгә, объекттарҙы боҙоуға һәм туранан-тура экстремизмға этәрергә мөмкин. Енәйәтселәр йышыраҡ социаль селтәрҙәр, мессенджерҙар, форумдар, чаттар, шулай уҡ уйын платформаларын файҙалана. Һуңғылары айырыуса хәүефле, сөнки уйын мөхитендә үҫмерҙең ышанысын уятыу еңел. Ундай мөнәсәбәттәр эскерһеҙ булып күренергә мөмкин, был уларҙы бигерәк тә ҡурҡыныс аҫтына ҡуя. Уйындарҙың ҡайһы берҙәрендә психологик баҫым саралары - кәмһетеү, команданан сығарыу - ҡатнашыусыны законһыҙ эш ҡылырға мәжбүр итеү өсөн файҙаланыла. Тағы ла бер ысул - бүләк йәки эш хаҡы сифатында финанс дәртләндереү. Вербовщиктар төркөмдәр менән етәкселек итеү өсөн хеҙмәткәрҙәр эҙләү һылтауы менән ҡорбанға бәйләнә һәм уны яйлап үҙенең «уйынына» йәлеп итә. Мәҫәлән, беренсе этапта илгә, хоҡуҡ һаҡлау органдарына йәки көс структураларына ҡарата нәфрәт менән һуғарылған фото һәм видеояҙмаларҙы һалырға тәҡдим итәләр. Әгәр үҫмерҙә был ситләшеү тыуҙырмаһа, уларҙы төрлө реаль енәйәттәргә йәлеп итәләр. Һүрәт нейроселтәр ярҙамында эшләнгән. Сығанаҡ: https://resbash.ru