Бөгөн хөрмәтле хеҙмәттәшебеҙ – “Башҡортостан” гәзитенең фотохәбәрсеһе, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәре, Шәһит Хоҙайбирҙин премияһы лауреаты, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Журналистар союзы ағзаһы Айрат Билал улы Нурмөхәмәтовҡа 60 йәш тулды. Ошо айҡанлы Өфөләге Матбуғат йортонда Айрат Билал улының юбилейына һәм Өфө ҡалаһының 450 йыллығына бағышланған “40 йыл мөғжизә эҙләгәндә” тип аталған фотокүргәҙмә асылды. “Һәләтле һәм үҙенсәлекле фотограф”, – тип әйтәләр уның хаҡында хеҙмәттәштәре. 1985 йылдан ул “Башҡортостан” гәзитенең алмаштырғыһыҙ фотохәбәрсеһе булып тора. Республика тормошондағы бөтә төп ваҡиғаларҙы, төбәктең социаль-иҡтисади, ижтимағи, сәнәғәт үҫеше уның объективы аша үткән. Айрат Нурмөхәмәтов күргәҙмә өсөн үҙенең фотоархивынан Өфөгә ҡағылышлы иң сағыу кадрҙарҙы һайлап алған. Фотохәбәрсенең шәхси күргәҙмәһе асылыуы менән уның хеҙмәттәштәре, ижадташ дуҫтары ҡотлап сығыш яһаны. Башҡортостандың Журналистар союзы рәйесе, “Башҡортостан” гәзит