Найти тему
Башҡортостан гәзите

Айыу ҙа фотоға төшәм, ти

Быйыл яҙ, йәй башында айыуҙар бик әүҙемләшеп киткәйне. Интернетта яңынан-яңы видеолар таратып ҡына торҙо. Ни өсөн айыуҙар кешеләр янына сыға? Башлыса, бөтә ҡырағай хайуандар кешеләргә аҙыҡ эҙләп килә. Ата-әсәләре үҫеп еткән айыуҙарҙан ситләшә, үҙ биләмәләренән ҡыуып сығара, һәм улар йәшәү өсөн башҡа урындар эҙләй. Кешеләр янында аҙыҡ күп, шуға күрә улар ауылдарға, ҡала урамдарына килә. Яңыраҡ, Ейәнсура районында ла айыуҙы видеоға төшөрөп һалғандар. - Бына шулай, көнбағыш араһында күп фотоға төшөп йөрөһәң, айыуҙы ла осратырға мөмкин. Иҫәнғол менән Таҙлар ауылдары араһында юл аша йүгереп сығып бара ине, - тип яҙған видео авторы Зөлфиә Ильясова. Сығанаҡ: "Үҫәргәндәр ере - Ейәнсура". Фото: видеонан скриншот