Найти в Дзене
Башкортостан 24

Иҡтисади Башҡортостан - 29.08.2024 Республика Башлығы грантына кемдәр дәғүә итә?

   Иҡтисади Башҡортостан - 29.08.2024 Республика Башлығы грантына кемдәр дәғүә итә?
Иҡтисади Башҡортостан - 29.08.2024 Республика Башлығы грантына кемдәр дәғүә итә?

"Иҡтисади Башҡортостан" тапшырыуы һәр кесаҙна, Өфө ваҡыты менән 13.20-лә эфирға сыға.

Гражданлыҡ йәмғиәте институттарын үҫтереүҙә ҡатнашҡан һәм социаль әһәмиәтле проекттарҙы ғәмәлгә ашырған коммерцияға ҡарамаған ойошмалар Республика Башлығы грантына дәғүә итә. Башҡортостан был йәһәттән ил кимәлендә алдынғылар рәтендә, Президент гранты менән рәттән төбәк етәкселеге лә был тармаҡҡа байтаҡ аҡса бүлә. Дәүләттән аҡса алыр өсөн нимә эшләргә, ниндәй маҡсатта бирелә, кемгә, ни өсөн?

Кеше бәләһенә битараф булмағандар, йәмғиәттәге көнүҙәк мәсьәләләрҙе хәл итергә кәрәклеген аңлап, аңлап ҡына түгел уны яҡшыртыр өсөн нимәлер эшләргә теләү маҡсатынан тыуа грантҡа дәғүә итеүсе проекттар. Был бәлки менталитеттан да киләлер, сөнки беҙҙе һәр саҡ башҡаларға ярҙам итергә, көсһөҙҙө яҡларға, асты һыйларға, күңеле төшкәнде йыуатырға кәрәк, тип тәрбиәләйҙәр. Беҙ ҙә шулай тәрбиәләйбеҙ. Ғаиләлә генә түгел, дөйөм йәмғиәттә быны өҫтөн ҡуйырға тырышабыҙ.

Изге ниәтте тормошҡа ашырыуға грант булыуы яҡшы. Уның ҡарауы был дәүләт ярҙамын алыр өсөн дә бит ниәтеңде аҡ ҡағыҙға баҫырға, ваҡ-төйәк нескәлектәрен аңларға лә кәрәк. Аҡса алған осраҡта лайыҡлы итеп, йәмғиәткә файҙаһын еткереп атҡарып сығырыу ҙа зарур.

Студиябыҙ ҡунаҡтары — грант алған проекттар, алырға теләгәндәр өсөн талаптар һәм тотонолған аҡсаларҙың йәмғиәт өсөн файҙаһы хаҡында тәфсирләп һөйләр. Башҡортостан Башлығы гранттар фондының бүлек етәксеһе Айнур Зәйнетдинов һәм грант алыусыларҙың береһе Ләйсән Ильясова.

Смотрите видео

--------------------------

Присоединяйтесь к каналу Башкортостан 24 в Дзен и будьте в курсе всех последних новостей и событий, происходящих в Уфе и Башкирии!

Мы предлагаем Вам свежие выпуски передач производимые холдингом ГТРК «Башкортостан».