Найти тему
Башҡортостан гәзите

Республикала юлдарҙың сифаты яҡшыра

Стәрлетамаҡта “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проектына ярашлы Дуҫлыҡ урамы ремонтланды. Көнөнә бер меңдән ашыу уҡыусы йөрөгән был юл 2-се гимназияға алып бара. Подряд ойошмаһы Хоҙайбирҙин урамынан Волочаевка урамына тиклем 1,4 саҡрымға һуҙылған юлда асфальт-бетон япмаһын яңыртты, юл билдәләрен ҡуйҙы. – Дуҫлыҡ урамы Стәрлетамаҡта иң үҙәк урамдарҙың береһе һанала. Бында хәрәкәттең юғары интенсивлығы күҙәтелә. Бынан тыш, ошо участкала туҡталыш пункттары урынлашҡан һәм йәмәғәт транспорты йөрөй. Дуҫлыҡ урамын ремонтлау бөтә юл хәрәкәтендә ҡатнашыусылар, шул иҫәптән 2-се гимназия уҡыусылары өсөн хәүефһеҙ юл йөрөүҙе тәьмин итәсәк, – тип һөйләне Башҡортостан Республикаһының транспорт һәм юл хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Любовь Минакова. Быйыл Стәрлетамаҡта “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекты сиктәрендә дөйөм оҙонлоғо ете саҡрымдан ашыу булған 12 юл участкаһы ремонтланған. Был эштәргә 209 миллион һумдан ашыу аҡса йүнәлтелгән. Билдәле булыуынса, "Хәүефһеҙ сифатлы юлдар" (национальный проект “Безопасные качественные дороги”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. Фото: pravitelstvorb.ru