Найти тему
Башҡортостан гәзите

Вәсилә Фәттәхованың ире өйләнгән

Кисә “Ватаным Татарстан” баҫмаһы яңылыҡ хәбәр итте: яҡташыбыҙ Вәсилә Фәттәхованың ире - продюсер Илгиз Әбдрәҡипов өйләнгән. Ҡатынының исеме Лия булғаны билдәле. Татарстан артистары Рәмилә һәм Рәмил Хәйретдиновтар туйҙан фото менән уртаҡлашҡан һәм уның аҫтына “йыл туйы” тип яҙған. Билдәле булыуынса, тантанаға күп кенә татар эстрадаһы артистары ҡунаҡ булып барған. Күптәре: “Был көндө оҙаҡ көттөк”, – тигәндәр. Илгиз менән Лияға оҙон, мөхәббәтле ғүмер теләйбеҙ. Билдәле булыуынса, Башҡортостандың һәм Татарстандың атҡаҙанған артисы Вәсилә Фәттәхова 2016 йылдың 26 ғинуарында вафат булды. Уға ни бары 36 йәш ине. Ҙур популярлыҡ яулап, сәхнәлә ҙур танылыу алған мәлендә вафат булды ул. Уның ике балаһы улы һәм ҡыҙы ҡалды. Балаларҙы ире һәм олатай-өләсәйҙәре ҡарай ине. Фото: "Ватаным Татарстан".