”Экология” милли проекты сиктәрендә Өфөнөң муниципаль ҡала ситендәге һауыҡтырыу лагерҙарында экодәрестәр тамамланды. Уларҙы ике аҙна дауамында “Ҡаланы йыйыштырыу буйынса махсус автохужалыҡ” хеҙмәткәрҙәре үткәрҙе, тип хәбәр итә Башҡортостан Экология министрлығының матбуғат хеҙмәте. Экология дәрестәренә 800-ҙән ашыу бала йөрөгән. Улар ҡалдыҡтарҙы айырып йыйыуҙың мөһимлеге һәм предприятие эше тураһында ҡыҙыҡһынып тыңлаған. Балалар ойоштороусыларға һорауҙар биргән һәм фекер алышыуҙа әүҙем ҡатнашҡан. Дәрестең программаһын предприятие хеҙмәткәрҙәре үҫеп килгән быуынды ҡыҙыҡһындырыу һәм уларға коммуналь системаларҙың тирә-яҡ мөхиткә йоғонтоһон күрһәтеүгә таянып әҙерләгән. Шулай уҡ дәрестәргә интерактив элементтар һәм миҫалдар индерелгән. – Республика халҡын илдең экологик тәртибенә йәлеп итеү – бик ҙур эш. Бөгөн үҫеп килгән быуындың ошо өлкәлә ҡыҙыҡһыныуы һоҡландыра, уларҙан өлкәндәр үрнәк алырға тейеш. Улар сүп-сарҙы нисек сорттарға айырырға, ҡалдыҡтарҙың тупраҡҡа, диңгеҙ һәм океанда көн ите
