Найти тему
Башҡортостан гәзите

Бер матур мөхәббәт тарихына нөктә ҡуйылды

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы Алсу (Алһыу Сафина) менән уның ире, эшҡыуар Ян Абрамов араһында никахты өҙөү тураһында эш башланған ине. Кисә суд уларҙың мөхәббәт тарихына нөктә ҡуйҙы. Абрамовтың адвокаты Александр Добровинский һуңғы минутҡа тиклем Алһыу менән Яндың никахын һаҡлап ҡалыу өсөн тырышҡан. Ғаилә башлығы ла айырылышырға теләмәй, мөмкин булған бөтә варианттарҙы тәҡдим иткән. "Күптән түгел генә Алһыу менән Ян Абрамовтар араһындағы никахты башҡаса дауам итә алмаҫын дәлилләгән хәл асыҡланған. Был эшкә рәсми нөктә ҡуйылды. Асыҡланған хәл ике яҡҡа ла билдәле. Ваҡыт етер, мин үҙ клиенттарымдан быны халыҡҡа сығарырға рөхсәт алырмын, тип уйлайым. Әгәр ул әйтергә рөхсәт итһә, әйтермен", - тигән Добровский. Алһыу ҙа тормошонда булған мөһим үҙгәрештәрҙе үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә яҙған: "Беҙ көн һайын төрлө ҡарарҙар ҡабул итәбеҙ, ҡайһы ваҡыт улар беҙҙең тормошобоҙҙо мәңгегә үҙгәртә. Бөгөн минең тормош китабында яңы бүлек башлана", - тигән Алһыу . Был һүҙҙәрҙең аҫтына ҡыҙы Микелла "Яратам һине" тип яҙған һәм "йөрәк" смайлигын ҡуйған. Әле йырсы Сочи ҡалаһына килгән, кәйефе күтәренке. Фото: Алсуның "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән