2024-2030 йылдарға иҫәпләнгән авария хәлендәге торлаҡ фондынан күсереү буйынса яңы республика адреслы программаһына 38 муниципалитетта дөйөм майҙаны 227 мең квадрат метрлыҡ 565 күп фатирлы йорт сафҡа ингән. Республика Башлығы Радий Хәбиров рәйеслегендәге аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы Артём Ковшов ошо хаҡта белдерҙе. Адреслы программа 2017 йылдың 1 ғинуарынан 2022 йылдың 1 ғинуарына тиклемге осорҙа авария хәлендә тип танылған йорттарҙа йәшәгән 14,7 мең кешенең торлаҡ шарттарын яҡшыртырға мөмкинлек бирә. Уны алты этапта тормошҡа ашырыу күҙаллана. 2024 йылға беренсе этап сараларын тормошҡа ашырыу өсөн 134,2 миллион һум күләмендә аҡса ҡаралған. Артабанғы этаптарҙы финанслау «Йәшәү өсөн инфраструктура» яңы милли проектын ҡабул иткәндән һуң башлана. Программаның беренсе этабында Өфө һәм Бөрө ҡалалары ҡатнашты, уларҙа дөйөм алғанда 1 162,73 квадрат метр граждан күсерелергә тейеш. Башҡортостанда бөтәһе дөйөм майҙаны 392 мең квадрат метрлыҡ 842