9 сентябрҙә республикаға идара итеү үҙәгендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров аҙналыҡ оператив кәңәшмә үткәрҙе. Унда, атап әйткәндә, ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәрҙе маҡсатлы файҙаланыу мониторингы һөҙөмтәләрен тикшерҙеләр. Рәсәй ауыл хужалығын күҙәтеү хеҙмәтенең төбәк идаралығы етәксеһе Руслан Байкеев хәбәр итеүенсә, республикалағы ауыл хужалығы биләмәләре 6,2 миллион гектар тәшкил итә, шул иҫәптән әйләнешкә индереү өсөн потенциаль һөрөнтө ерҙәр майҙаны - 209 мең гектар. Ведомство ер ҡануниәтен боҙоуҙарҙы асыҡлау буйынса даими эш алып бара. 2023 йылда 650 ер участкаһында 149 пландан тыш күсмә тикшереү үткәрелгән. - Контролләнгән дөйөм майҙан 75 мең гектарҙан ашыу тәшкил итте, өҫтәүенә 74 мең гектарҙан ашыу майҙанда ҡый үләндәренең һәм ағас-ҡыуаҡтарҙың үҫеүен асыҡланылар. Ер участкалары хужаларына хоҡуҡ боҙоуҙарға юл ҡуймау тураһында 315 иҫкәртеү иғлан ителде, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Руслан Байкеев. - Күрелгән саралар һөҙөмтәһендә ауыл хужалығы әйләнешенә 10 мең гектарҙан ашыу быға тиклем файҙаланылмаған ер кире ҡайтарылды. 2024 йыл башынан алып Россельхознадзорҙың Башҡортостан буйынса идаралығы белгестәре дөйөм майҙаны 25 мең гектарҙан ашыу тәшкил иткән 160 ер участкаһында хоҡуҡ боҙоуҙарҙы асыҡлаған. Ауыл хужалығы әйләнешенә 3 мең гектарҙан ашыу элек файҙаланылмаған ер индерелгән. Бынан тыш, ведомство ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәрҙә ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар йыйылған урындарҙы рөхсәтһеҙ урынлаштырыуҙы күҙәтә. Әйтәйек, 2023-2024 йылдарҙа 116 сүплек асыҡланған, шуларҙың 51-е бөтөрөлгән дә инде. - Ер иң талап ителгән ресурстарҙың береһе булып тора. Уның булыуы муниципалитеттың инвестициялар йәлеп итеүсәнлегендә һуңғы роль уйнамай, - тине Руслан Байкеев. - Һәр хакимиәттең арсеналында муниципаль ер инспекторы бар. Был йүнәлештә ауыл хужалығы ерҙәренең һәр гектарын һөҙөмтәле файҙаланыу менән ҡыҙыҡһынған Краснокама, Иглин, Учалы, Мишкә, Баҡалы, Стәрлетамаҡ, Өфө, Илеш һәм Кушнаренко райондарының ыңғай эшләүен билдәләп үтәм. Һуңғы биш йылда 130 мең гектар ер әйләнешкә индерелгән, аграрийҙарға 200 мең гектарҙан ашыу ерҙе кире ҡайтарырға кәрәк, тип өҫтәне төбәк вице-премьеры - ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов. - Бөтә ерҙәр ҙә спутник мониторингы һөҙөмтәһендә һанлы форматҡа күсте, - тине Илшат Фәзрахманов. - Урман үҫкән бөтә баҫыуҙарҙы таҙартабыҙ. Шулай уҡ муниципаль ер контроле эшләй, ерҙе ҡуртымға алыусылар һаҡһыҙ файҙаланған участкаларҙы асыҡлай. Башҡортостан Башлығы муниципалитет етәкселәренә ер ҡануниәтен боҙоуҙарҙы асыҡлау һәм файҙаланылмаған ерҙе әйләнешкә әүҙем йәлеп итеү буйынса эште әүҙемләштерергә ҡушты. - Республикала эшкәртелмәгән ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәр булмаҫҡа тейеш, - тип билдәләне Радий Хәбиров. - Инвесторҙар килгәндә, улар тәү сиратта ер һорай. Юҡ, тибеҙ. Ә шулай ҙа ул беҙҙә бар. Бөтә ер эшләргә тейеш. Был беҙҙең республикаға инвестициялар йәлеп итә алырлыҡ төп ресурсыбыҙ. Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.