2024 йылдың аҙағына тиклем Башҡортостанда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына социаль ярҙам сараларын электрон төргә күсереү планлаштырыла. Республика Хөкүмәтендә үткән аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә Башҡортостан дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министры Геннадий Разумикин ошо хаҡта хәбәр итте. Шулай уҡ кәңәшмәлә ведомство-ара мәғлүмәттәр менән электрон алмашыу мәсьәләләре тикшерелде. 2024 йылда төбәктең Һанлы үҫеш министрлығы 17 яңы сервисҡа тоташҡан, шул иҫәптән Рәсәй Оборона министрлығы тәҡдим иткән махсус хәрби операцияла ҡатнашыуҙарын раҫлаған сервис та. Геннадий Разумикин билдәләүенсә, Башҡортостанда йәшәүселәр дәүләт хеҙмәттәрен электрон төрҙә алыу өсөн йышыраҡ мөрәжәғәт итә башлаған. Әйтәйек, 2023 йыл йомғаҡтары буйынса республика дәүләт хеҙмәттәре алыу өсөн интернетты файҙаланыу күрһәткесе буйынса Рәсәйҙә 10-сы урынды алды, был төбәкте һанлаштырыуҙың юғары кимәлен раҫлай. Дәүләт органдары менән эш итергә кәрәк булған республика халҡының 95,3 проценты