Башҡортостанда анимация кластеры булдырыла, уның етештереү базаһы донъя кимәлендәге Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең вуз-ара студенттар кампусында урынлашасаҡ. Был хаҡта республиканың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова аҙналыҡ оператив кәңәшмә барышында белдерҙе. Уны төбәк Башлығы Радий Хәбиров уҙғарҙы. Кластерға Өфө сәнғәт училищеһы инәсәк, унда, атап әйткәндә, рәссам-аниматорҙар, «Муха» студияһы һәм Әмир Абдразаҡов исемендәге «Башҡортостан» киностудияһы әҙерләнә. Етештереү базаһы 2024 йылдың октябрендә эш башлай. Уның ярҙамында студенттар мастерҙарҙа практика һәм оҫталыҡ дәрестәре үтеү, артабан эшкә урынлашыу мөмкинлеге менән ҙур проекттарҙа ҡатнашыу мөмкинлеге аласаҡ. Кластер системаһына шулай уҡ Өфөлә, Стәрлетамаҡта һәм Сибайҙа эшләгән креатив индустрия мәктәптәренең бөтә өс анимация студияһы ла инәсәк, тип билдәләне Әминә Шафиҡова. - Беҙ «Кванториумдар» һәм өҫтә белем биреү учреждениелары нигеҙендә йәнһүрәт студиялары эшләп килгән муниципалитеттар менән дә хеҙмәттәшлек итергә әҙер