Мичиган ғалимдары үткәргән тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, был йәшелсә гүзәл затты онкология ауырыуҙарынан һаҡлай. Кәбеҫтә ғалимдар өсөн ысын табышҡа әүерелә. Уның нигеҙендә түш яман шешенән дарыу уйлап табылыуы ихтимал. Күсәнле йәшелсәләге сульфорафан тигән матдә зарарланған күҙәнәктәргә таралыуға юл ҡуймай һәм сәләмәтлеккә зыян килтермәй генә юҡҡа сығарырға һәләтле. Билдәле булыуынса, онкология сирен дауалауҙың заманса ысулдары яман шеш күҙәнәктәрен үлтермәй, шунлыҡтан химия терапияһы курстары үткәндән һуң да ауырыуҙың көсәйеүе ихтимал. Брокколи менән үткәрелгән тәжрибәләр был йәшелсәне даими ҡулланған ҡатын-ҡыҙҙың организмында ямаш шеш күҙәнәктәренең иҫәбе күпкә ҡыҫҡарыуын күрһәткән. Брокколи А, С, Е, В1, В2, РР витаминдарына, калий, кальций, фосфор, тимер, натрий, баҡыр, магний, йод, марганец, бор, хром кеүек минераль матдәләргә, фолий кислотаһына, тиаминға, рибофлавинға бай. Ул организмдан ҡалдыҡтарҙы сығара, целлюлитҡа ҡаршы көрәшергә ярҙам итә, атеросклероздың үҫешен тотҡарлай, й