Кисә кис Бөрө районында бәләкәй балаға булған фажиғәле хәл тураһында хәбәр иткәйнек инде. Ағиҙел буйында һыуҙа торған кәмәне тағылмаға тейәгән саҡта “УАЗ” машинаһы ауырлыҡтан һыуға төшөп китә. Уның эсендә өс бала һәм ике өлкән кеше ултырған була. Өлкәндәр һәм ике бала сығып өлгөрә, ә бына ете йәшлеге машина менән бергә һыу төбөнә китә. Аҙағыраҡ машинаны һөйрәп сығаралар, тик эсендә бала табылмай. Әлеге ваҡытта уны эҙләү дауам итә. Бөгөн асыҡланыуынса, тәфтишселәр “яңылышлыҡ менән үлтереү” статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатҡан. Эште тикшереү дауам итә. Машинала 2016 йылғы ҡыҙыҡай менән малай һәм 2017 йылғы малай ултырған. Балаларҙың атаһы һәм уның дуҫы ике баланы ҡотҡарып өлгөргән, тик ете йәшлеге һыу төбөнә киткән. Ҡыҙыҡай менән малай – водителдең, өсөнсө бала уның туғанының балаһы булған. Икенсе өлкән кеше – водителдең дуҫы. Улар бергәләп кәмәлә йөрөгән. Аҙаҡ иһә уны тейәй башлағас, бәхетһеҙ осраҡ булған. Һәләк булған бала – водителдең улы. Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр мин