«Ғәмәли тикшеренеүҙәр, электрон продукция эшләү һәм индереү» федераль проекты буйынса тормошҡа ашырылған «Йәштәр ғилми-инновация конкурсы ҡатнашыусыһы» программаһы сиктәрендә «УМНИК-электроника» конкурсы һөҙөмтәләре (III сират) баҫылып сыҡты. 1 миллион һумлыҡ грантҡа Өфө фән һәм технологиялар университетының 1-се курс студенты, «Формула студент» студенттар конструкторҙар бюроһының конструкторҙар бүлеге етәксеһе, «UGATU Racing Team» инженер-уҙыш командаһы ҡатнашыусыһы Линар Шайморатов лайыҡ булды. Линар мәктәптә уҡығанда уҡ уйлап табыуҙар менән ҡыҙыҡһына. Һәләтле егет Өфө авиация техникумына уҡырға инә һәм шунда уҡ студенттар командаһына килә. Бөгөн «Эске яныу двигателдәре» профиле буйынса студенттың лайыҡлы еңеүҙәре байтаҡ, шул иҫәптән халыҡ-ара кимәлдә лә. «УМНИК» конкурсына Линар Шайморатов «Транспорт сараларында ҡулланыу өсөн күп фазалы электр приводы» проектын тәҡдим итте. Профессорҙар Роберт Саттаров, Рөстәм Еникеев, СКБ етәксеһе Максим Разяпов һәм аспирант, студенттар командаһының экс-капитаны Николай Салатовтың ғилми етәкселегендә студенттар төрлө техникала ҡулланыла алған күп фазалы электр приводын эшләй: автомобилдәрҙә, бәләкәй авиацияла һәм БПЛА-ла. Әлеге ваҡытта проект әүҙем үҫешә, ҙур конструкторлыҡ эшләнмәләре бар, стенд прототибы әҙерләнә. Грант күп фазалы двигателдең техник характеристикаларын эшләүгә һәм һынауға йүнәлтеләсәк, ул ҡайһы бер параметрҙары буйынса ватан аналогтарынан өҫтөн буласаҡ. Белешмә. Евразия Фәнни-белем биреү үҙәгенең юғары уҡыу йорттары араһындағы студенттар кампусы Рәсәй Президенты ҡушыуы буйынса һәм Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығының «Фән һәм университеттар» милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә төҙөлә. Өфө кампусы проекты - 4,3 мең кешегә иҫәпләнгән торлаҡ биналары, уҡыу-ғилми комплексы, лабораториялары, эшлекле зоналары, магазиндары, уңайлы скверҙары һәм башҡа уңайлы ҡала мөхите объекттары булған студенттар өсөн урын. Мәғлүмәт: https://pravitelstvorb.ru/news/24902/
Вуз-ара кампус резиденты студенты миллион һумлыҡ грант алған
9 сентября 20249 сен 2024
1 мин