Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

“Ярҙам иттек һәм итәсәкбеҙ”

Бөгөн Хөкүмәттең аҙналыҡ кәңәшмәһендә республика етәксеһе Радий Хәбиров үткән ялдарҙа Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларына булған эш сәфәре тураһында һөйләне. Ул Башҡортостан егеттәре хеҙмәт иткән дүрт подразделениела булып киткән. Яугирҙәребеҙ республика халҡына ярҙамы өсөн рәхмәт әйтеп ҡалған. – Ошоға тиклем “шайморатовсы”лар менән осрашып булмай ине. Был юлы улар янына ла барып еттем. Яугирҙәр йыш ҡына алғы һыҙыҡта эшләй. Улар республика халҡына ярҙам өсөн рәхмәт белдерә. Ризыҡ, кейем – барыһы ла етә. Пилотһыҙ осоу аппараттары һәм радиоэлектрон көрәш саралары өсөн рәхмәт әйтәләр, – тине ул. Радий Хәбиров сәфәр барышында шефлыҡҡа алынған Луганск Халыҡ Республикаһының Красный Луч ҡалаһында ла булды. Башҡортостан тырышлығы менән унда инфраструктура тергеҙелгән, юлдар тәртипкә килтерелгән. “Ҡайһы берәүҙәр, беҙ унда (ЛХР-ҙа) эшләйбеҙ, ә үҙебеҙҙә – юҡ, ти. Әлегә унда (ЛХР-ҙа) ике балалар баҡсаһының ҡыйығы ремонтланһа, беҙҙә 65 балалар баҡсаһы төҙөлгән. Шуға күрә ундай һөйләшеүҙәр ур

Бөгөн Хөкүмәттең аҙналыҡ кәңәшмәһендә республика етәксеһе Радий Хәбиров үткән ялдарҙа Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларына булған эш сәфәре тураһында һөйләне. Ул Башҡортостан егеттәре хеҙмәт иткән дүрт подразделениела булып киткән. Яугирҙәребеҙ республика халҡына ярҙамы өсөн рәхмәт әйтеп ҡалған. – Ошоға тиклем “шайморатовсы”лар менән осрашып булмай ине. Был юлы улар янына ла барып еттем. Яугирҙәр йыш ҡына алғы һыҙыҡта эшләй. Улар республика халҡына ярҙам өсөн рәхмәт белдерә. Ризыҡ, кейем – барыһы ла етә. Пилотһыҙ осоу аппараттары һәм радиоэлектрон көрәш саралары өсөн рәхмәт әйтәләр, – тине ул. Радий Хәбиров сәфәр барышында шефлыҡҡа алынған Луганск Халыҡ Республикаһының Красный Луч ҡалаһында ла булды. Башҡортостан тырышлығы менән унда инфраструктура тергеҙелгән, юлдар тәртипкә килтерелгән. “Ҡайһы берәүҙәр, беҙ унда (ЛХР-ҙа) эшләйбеҙ, ә үҙебеҙҙә – юҡ, ти. Әлегә унда (ЛХР-ҙа) ике балалар баҡсаһының ҡыйығы ремонтланһа, беҙҙә 65 балалар баҡсаһы төҙөлгән. Шуға күрә ундай һөйләшеүҙәр урынһыҙ. Беҙ ярҙам иттек һәм итәсәкбеҙ”, – тине Радий Хәбиров. Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.