Уҙған ялдарҙа Башҡортостанда, бөтә илдәге кеүек үк өс көн дауамында тауыш биреү үтте. Мөһим сәйәси кампания етешһеҙлектәрһеҙ үтһен өсөн унда йәмәғәт күҙәтеүселәре әүҙем эшләне. Республикала был эштең нисек ойошторолоуы һәм үтеүенә арнап бөгөн матбуғат конференцияһы үтте. Унда республиканың Йәмәғәт палатаһы рәйесе Данияр Абдрахманов, уның урынбаҫары, Башҡортостанда һайлауҙар барыуын күҙәтеү буйынса Йәмәғәт штабы етәксеһе Лида Исаргакова һәм палата ағзалары ҡатнашты. – Башҡортостан был һайлауҙар өсөн 13 меңдән ашыу йәмәғәт күҙәтеүсеһе әҙерләне. Уларҙың күбеһенең бынан алдағы сәйәси кампанияларҙа эшләү тәжрибәһе бар. Күҙәтеүселәәр махсус рәүештә уҡыны һәм төплө әҙерлек үтте. Дөйөм алғанда, Башҡортостанда һайлау һәр ваҡыттағы кеүек ойошҡан үтте, закон боҙоу осраҡтары, етешһеҙлектәр булманы тиерлек. Кампанияны ойошторған һәм үткәргән бөтә кешеләргә ҙур рәхмәт, – тине Данияр Абдрахманов. Лида Исаргакова һөйләүенсә, күҙәтеүселәрҙең күпселеге һуңғы йыл ярымда үткән өс ҙур сәйәси кампанияла ҡат
Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһына бер ялыу ҙа килмәгән
9 сентября 20249 сен 2024
1 мин