Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

“Башҡортостан: барыһы ла яңы башлана”

Башҡортостандың яңы тарихы йылъяҙмаһы – ул иң сағыу ваҡиғалар, күренештәр һәм ундағы геройҙар. Уларһыҙ ғүмеребеҙҙең һуңғы алты йылын күҙ алдына килтереп булмай. Тормошҡа ашыуына күптәр ышанмаған проекттар, амбициоз бурыстар һәм уларҙы еңгәндә осраған ауырлыҡтар... Башҡортостан өсөн уҙған алты йыл стресс-тест режимында йәмғиәтебеҙҙең ныҡлығын һынаған саҡырыуҙарға бай булды: коронавирус эпопеяһы, Ҡуштау, МХО-лағы ысынбарлыҡ һәм иҡтисадҡа тышҡы санкцияның баҫымы. Ваҡыты-ваҡыты менән көслө ел иҫһә лә, Башҡортостан карабы ышаныслы йүнәлештә бара. Республикала яңы йәлеп итеү нөктәләре барлыҡҡа килде, ҡасандыр ташландыҡ хәлдә ҡалған парктар һәм скверҙар яңыртылды, төбәк ижади яҡтан ҙур боролош эшләп, сағыу донъя һәм бөтә Рәсәй мәҙәни ваҡиғаларының танылған үҙәгенә әүерелде. Өфөлә халыҡ аҡсаһына төҙөлгән хосписты илдә иң яҡшы объект тип атайҙар. Башҡортостандың фәнни-мәғариф өлкәһендә лә тектоник үҙгәрештәр күҙәтелде: Евразия фәнни-белем биреү үҙәгенең беренсе сираты кампусын асыу ошо хаҡта һөйләй. Сәнәғәттә, ауыл хужалығында, төҙөлөштә, һаулыҡ һаҡлауҙа һәм спортта – ниндәй генә өлкәне алһаң да, беҙ һәр ерҙә ныҡ баҫып торабыҙ һәм һөҙөмтәләргә өлгәшәбеҙ. Беҙҙең ғорурланырлыҡ, күрһәтерлек әйберҙәребеҙ һәм башҡара торған эштәребеҙ бар. Ошо объекттар, проекттар һәм пландар барыһы ла, ысынында, статистика һәм рейтинг өсөн түгел, ә, тәү сиратта, кешеләр өсөн эшләнә. Әйҙәгеҙ, бергәләп уҙған алты йылды нисек үткәргәнебеҙҙе иҫкә төшөрәйек. “БЮТ” телеканалында ҙур премьера көтөлә. Бөгөн, 9 сентябрҙә, 20.20 сәғәттә республиканың төп телеканалында “Башҡортостан: барыһы ла яңы башлана” фильмы эфирға сыға. Фото: видеонан скрин.