Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Мәсетлелә яугирҙәргә ҡумыҙ бүләк итәләр

Мәсетлеләрҙә изге йола барлыҡҡа килгән: махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яҡташтарына ҡумыҙ бүләк итәләр. – Әлеге мәлдә 200-ҙән ашыу яҡташыбыҙ махсус хәрби операция биләмәһендә Ватаныбыҙ именлеге өсөн көрәшә. Яугирҙәребеҙ, ҡайһы милләттән булыуҙарына ҡарамаҫтан, ҡумыҙ-бүләкте ҙур ҡыуаныс менән ҡабул итә. “Һеҙгә тыуған яғыбыҙҙың бер өлөшөн тапшырабыҙ. Ул күңелегеҙҙе йылытып йөрөһөн, моңдары менән үҙегеҙҙе һәм иптәштәрегеҙҙе рухландырһын” тигән теләктәрҙе еткерәбеҙ, – ти район хакимиәте башлығы Әнис Әсәҙуллин. Мәсетлеләр милли башҡорт уйын ҡоралы ҡумыҙҙы райондың символы тип иҫәпләй. Был төбәк халҡыбыҙға донъяның виртуоз ҡумыҙсыларын – Роберт Заһретдинов менән Миңлеғәфүр Зәйнетдиновты биргән. Ағас һәм тимер ҡумыҙҙа уйнаусыларҙың иң тәүге яҙмалары ла ошо ерлектә яһалған. Төбәк-ара ҡумыҙсылар һәм өзләүселәр конкурсы иһә райондың брендына әүерелде. Шулай уҡ мәсетлеләр үҙҙәрендәге ҡумыҙ музейы менән ғорурлана. Яҡташтарының йолаһын Башҡортостандың халыҡ артисы Миңлеғәфүр Зәйнетдинов та хуплай

Мәсетлеләрҙә изге йола барлыҡҡа килгән: махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яҡташтарына ҡумыҙ бүләк итәләр. – Әлеге мәлдә 200-ҙән ашыу яҡташыбыҙ махсус хәрби операция биләмәһендә Ватаныбыҙ именлеге өсөн көрәшә. Яугирҙәребеҙ, ҡайһы милләттән булыуҙарына ҡарамаҫтан, ҡумыҙ-бүләкте ҙур ҡыуаныс менән ҡабул итә. “Һеҙгә тыуған яғыбыҙҙың бер өлөшөн тапшырабыҙ. Ул күңелегеҙҙе йылытып йөрөһөн, моңдары менән үҙегеҙҙе һәм иптәштәрегеҙҙе рухландырһын” тигән теләктәрҙе еткерәбеҙ, – ти район хакимиәте башлығы Әнис Әсәҙуллин. Мәсетлеләр милли башҡорт уйын ҡоралы ҡумыҙҙы райондың символы тип иҫәпләй. Был төбәк халҡыбыҙға донъяның виртуоз ҡумыҙсыларын – Роберт Заһретдинов менән Миңлеғәфүр Зәйнетдиновты биргән. Ағас һәм тимер ҡумыҙҙа уйнаусыларҙың иң тәүге яҙмалары ла ошо ерлектә яһалған. Төбәк-ара ҡумыҙсылар һәм өзләүселәр конкурсы иһә райондың брендына әүерелде. Шулай уҡ мәсетлеләр үҙҙәрендәге ҡумыҙ музейы менән ғорурлана. Яҡташтарының йолаһын Башҡортостандың халыҡ артисы Миңлеғәфүр Зәйнетдинов та хуплай. – Ҡумыҙҙа уйнаған саҡта йөрәккә, үпкәгә шәп массаж була. Ҡайһы бер тын юлы ауырыуҙарын да дауалай, нервыларҙы тынсландыра, – ти музыкант. Фото: Мәсетле районы хакимиәте сайтынан.