Найти тему
Журнал "Шонкар"  

Марсель Сәйетовҡа 42 йәш тулған булыр ине

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, талантлы виртуоз ҡурайсы һәм педагог Марсель Сәйетов 41 йәшендә генә арабыҙҙан китте.

Марсель Сәйетов 1982 йылдың 9 сентябрендә Йылайыр районы Матрай ауылында тыуған. Уның  ҡурайҙа оҫта уйнауы 2004 йылда халыҡ-ара конкурста лайыҡлы баһалана, унда Ҡаҙағстан, Тува, Татарстан һәм башҡа республикаларҙан инструменталистар ҡатнаша.

Күп йылдар Башҡорт дәүләт филармонияһында эшләй. Талантлы солист һәм аккомпаниатор, республиканың төп вокалисы менән музыкаль оҙатыуҙы ғәмәлгә ашыра. Бер нисә тапҡыр Рәсәй һәм сит илдәрҙәге ҙур сараларҙа Башҡортостан сәнғәте менән таныштырып сығыш яһай. Концерт эшмәкәрлеген педагогик эшмәкәрлек менән уңышлы берләштерә, Нариман Сабитов исемендәге 1-се балалар музыка мәктәбендә ҡурай уйнау серҙәренә өйрәтә.