“Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә Нефтекама ҡалаһының үҙәкләштерелгән китапхана системаһы “Ҡаланы бергәләп асабыҙ” проектын әҙерләне. Ул 2024 йылда Президент мәҙәни башланғыстар фондының беренсе грант конкурсында еңеүселәрҙең береһе булды. Проект – “Ҡаланы бергәләп асабыҙ” экскурсия үҙәге Нефтекама ҡалаһының 60 йыллығына урта звено уҡыусыларының бәләкәй ватан тарихына ҡыҙыҡһыныуын формалаштырыу маҡсатында әҙерләнгән. Үҙәк эше ҡала урамдары буйлап төркөмләп йәйәү йөрөүҙе, уның тарихы, һәйкәлдәре һәм иҫтәлекле урындары менән танышыуҙы күҙ уңында тота. “Ҡаланы бергәләп асабыҙ” проектын ғәмәлгә ашырыу июндә башланды. Беренсе этапта проекттың командаһы менән өҫтәмә килешеүҙәр төҙөлдө, презентация ҡорамалдары, техника, радиогидтар, балалар туристик жилеттары һәм экскурсоводтар өсөн форма һатып алынды. Рәссам үҙәктең логотибын һәм ҡаланың интерактив картаһын эшләй. Бер үк ваҡытта экскурсиялар өсөн материалдар һәм белешмәләр йыйыу буйынса әүҙем эш алып барыла. Мәғариф системаһы хеҙмәткәрҙәренең август кәңәшмәһендә директорҙарға һәм тәрбиә өлөшө буйынса урынбаҫарҙарға “Ҡаланы бергәләп асабыҙ” проекты тәҡдим ителде. Уҡытыусыларға ҡала уҡыусылары өсөн экскурсиялар, Үҫмерҙәр китапханаһында экскурсиялар үҙәген булдырыу, шулай уҡ “Ҡаланы бергәләп асабыҙ” китап-юл күрһәткесен сығарыу хаҡында һөйләнеләр. Һуңынан барлыҡ ҡатнашыусыларға экскурсиялар маршруттары ентекле яҙылған буклеттар таратылды. “Ҡала халҡы һәм ҡунаҡтары ҡала урамдары, һәйкәлдәр, скверҙар, йәмәғәт киңлектәре, ҡалабыҙҙың тарихи өлөштәре хаҡында бик ҡыҙыҡлы нюанстар белеүе менән проект бик ҡыҙыҡлы. Экскурсоводтар боронғо ҡомартҡылар хаҡында һөйләйәсәк. Шуның менән бергә һәр һәйкәл матбуғатта һәм шаһиттарҙың хәтирәләрендә эҙ ҡалдырған. Нефтекама урамдарын, паркын, скверҙарын тиҫтәләрсә төрлө скульптуралар биҙәгән. Автор экскурсиялары ҡаланың төрлө райондарында үтәсәк, экскурсияларҙа ҡатнашыусылар яңыса йәш Нефтекаманы күрәсәк”, - тип һөйләй Үҙәкләштерелгән китапхана системаһы директоры урынбаҫары Ольга Князева. Билдәле булыуынса, “Мәҙәниәт” (национальный проект “Культура”) милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән булдырылды. Фото: Нефтекама ҡалаһы хакимиәте.
Нефтекамала “Ҡаланы бергәләп асабыҙ” проекты ғәмәлгә ашырыла
9 сентября 20249 сен 2024
1 мин