Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы ҡарамағындағы Гуманитар тикшеренеүҙәр үҙәге директоры, сәйәси фәндәр кандидаты Марат Мәрҙәнов 8 сентябрҙә “Башҡортостан Башлығын һайлау-2024” йәмәғәт матбуғат үҙәгендә экзит-полл һөҙөмтәләрен хәбәр итте. – Тикшеренеүҙәргә ярашлы, Радий Хәбиров, экзит-полл мәғлүмәттәре буйынса, республика Башлығын һайлауҙа 74,74 процент тауыш ала. Быны 2024 йылдың 6-8 сентябрендә гуманитар тикшеренеүҙәр үҙәге социологтары үткәргән һорау алыу һөҙөмтәләре раҫлай. Башҡа кандидаттар өс-биш процент – персонализацияланған мәғлүмәттәр һорау алыу һөҙөмтәләренең статистик айырмаһынан әллә ни ҙур булмауы арҡаһында айырым бирелмәй. Бөтәһе 24 меңдән ашыу респонденттан һорау алынды. Тикшереү һайлаусыларҙың урындағы ваҡыт буйынса иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 6-ға тиклем участкаларҙан сығыуында өс көн дауамында үткәрелде, – тип белдерҙе Марат Мәрҙәнов. Уның һүҙҙәренсә, респонденттар араһында яуаптан баш тартҡандар ҙа булған. Һорау алыу аноним рәүештә үткәрелә, ул яҡынса характерҙа. Фото: “Башҡортостан Башлығын һайлау-2024” йәмәғәтматбуғат үҙәгенән. #Выборы2024 #Башкортостан