Найти тему
Башҡортостан гәзите

Һайлау көндәрендә күпме мөрәжәғәт булған?

Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе урынбаҫары Марат Ғәҙелов белдереүенсә, Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһына килгән мөрәжәғәттәрҙән сығып, төбәктә һайлау ҡануниәтен боҙоу буйынса ҙур хилафлыҡтар теркәлмәгән. Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы брифингында билдәләнеүенсә, һайлау процесында ҡатнашыусыларҙың барыһы ла һайлау ҡануниәтен белеп, аңлап бөтмәй. – Коллегаларға, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хоҡуҡи мәҙәниәт етмәй, – тине Марат Ғәҙелов. Берҙәм тауыш биреү көнөнә тиклем республиканың Үҙәк һайлау комиссияһына бөтәһе 116 мөрәжәғәт килгән. Һайлау көндәрендә: 6 сентябрҙә – алты, 7 сентябрҙә – 22, 8 сентябрҙә дүрт мөрәжәғәт. Мөрәжәғәттәрҙең күпселеге тауыш биреү тәртибен аңлатыуға ҡағылған. Фото: “Башҡортостан Башлығын һайлау-2024” йәмәғәт матбуғат үҙәгенән. #Выборы2024 #Башкортостан