Шишмә районында РФ Президенты ҡарамағындағы Кеше хоҡуҡтары буйынса совет рәйесе урынбаҫары Ирина Киркора булды. Уның етәкселегендәге эшсе төркөм ике һайлау участкаһына мониторинг үткәрҙе. Иң тәүҙә улар Келәш ауылындағы күп функциялы клубта урынлашҡан һайлау комиссияһында булды. Участка һайлау комиссияһы рәйесе Руфина Мусина делегацияны тауыш биреү барышы менән таныштырҙы. Ирина Киркора фойела ҙур вазаларҙа күп итеп баҡса сәскәләре тороуына иғтибар итте. Участка һайлау комиссияларының йәмәғәт күҙәтеүселәре тауыш биреүҙең күпселек һайлаусылар өсөн тәү сиратта байрам булыуын билдәләне, улар һайлауға үҙҙәренең участкаларында үҫтерелгән сәскәләр менән килә һәм комиссия ағзаларына рәхмәт, яҡшы кәйеф билдәһе итеп бүләк итә. Делегацияны Келәш ауылының яңы быуын китапханаһы статусын йөрөткән моделле китапханаһы ла хайран ҡалдырҙы. – Бындай ауыл китапханаһын тәүге тапҡыр күрәм, ул уҡыусылар өсөн бик күп мөмкинлектәр тәҡдим итә. Мөхите, өйҙәге кеүек йәмле, заманса, шундай яҡты. Бында ҡабат-ҡабат