“Башҡортостан” ҡунаҡханаһында һиҙелерлек йәнлелек тойола: бында “Рәхмәт” акцияһында бүләк отҡан кешеләр килгән. Күптәр бындай ваҡиғаға балаларын да алған. Ике малай менән килгән ғаилә Нефтекаманан булып сыҡты. Люзиә һәм Артур Фәйезовтар аҡыллы колонка отҡан. Колонка тураһында бәләкәй Дамир хыялланған икән, ағаһы Әмир ҙә бүләкте уға бирергә ризалашҡан. Әлбиттә, бүләкте ғаиләләре менән бергә файҙаланасаҡтар. – Һайлауға 6 сентябрҙә үк барҙыҡ, алты билет биргәйнеләр, бөтәһен дә теркәнек. Тик бына “еңдегеҙ” тип шылтыратҡастар, тәүҙә ышанманыҡ. Шулай ҙа ойоштороусылар нисектер ышандырҙы һәм килдек. Дөрөҫөн әйткәндә, һуңғы минутҡа тиклем ышанып етмәй инек. Бүләккә бик шатбыҙ. Әйткәндәй, былтыр ҙа “Рәхмәт” тә ҡатнашҡайныҡ, тик унда еңә алманыҡ, – ти Люзиә Фәйезова. Ҙур “Алиса” станцияһын Дыуандан Лидия Устюгова отҡан. Ул ғаиләһе менән һайлауға 6 сентябрҙә барған, ә билеттарын 7 сентябрҙә төшкә ҡарай ғына теркәгән. Һәм... , уңыш, төшкө отошта уҡ еңгән. – Уйын барышын тура эфир аша күҙәттек һәм