“Башҡортостан Башлығын һайлау-2024” йәмәғәт матбуғат үҙәге инде өсөнсө көн эшләй. Үҙәктә эшләгән журналистар менән һайлау участкаларынан күҙәтеүсе блогерҙар бәйләнешкә инеүен дауам итә. Өфө районының Шамонин ауылында урынлашҡан 3076-сы участка һайлау комиссияһы эше тураһында күҙәтеүсе блогер Әлиә Ғәфүр ҡыҙы Хасаева һөйләне. – Һайлауҙың өсөнсө көнө лә үтеп бара. Беҙҙең Шамонин ауылында тауыш биреү бик ҡыҙыу бара. Был участкала исемлек буйынса 2250 һайлаусы бар. Әлеге ваҡытҡа 50 проценттан ашыу һайлаусы тауыш бирҙе. 3076-сы һайлау участкаһына өс ауыл ҡарай – Шамонин, Южный һәм “Радужный” баҡса ширҡәте. Тауыш биреү өсөн бөтә шарттар ҙа булдырылған. 7 сентябрҙә йәрминкә үтте. Уҡыусылар көҙгө байлыҡ, ҡул эштәре, тәмлекәстәр менән сауҙа иттеләр. Концерт ҡуйылды – “Наза”, “Ант”, “Дарман” төркөмдәре сығыш яһаны. Халыҡ әүҙем, кәйефтәре күтәренке, һайлау йыр-моң менән үрелеп барҙы. Шамонин халҡы әүҙем, ҡайнап йәшәй. Башҡортса бюллетендәр менән тауыш биреүселәр булды. Яңыраҡ ағинәйҙәр килеп, башҡ