Тамара Белова Башҡортостан Башлығын һәм ҡала Советы депутаттарын һайлау өсөн Халыҡтар дуҫлығы йортонда урынлашҡан 550-се һайлау участка һына килде. Тамара Витальевна тауыш биреүҙең республикала, ҡалала йәшәгән һәр кешенең бурысы булыуына ышана. Сөнки дөйөм тырышлыҡ, әүҙем гражданлыҡ позицияһы менән генә тормошто яҡшы яҡҡа үҙгәртергә мөмкин: – Республика тағы ла яҡшыраҡ, матурыраҡ булыр, тип ышанам. Ошо өс көн дауамында тауыш биргәндәрҙең бөтәһенә лә рәхмәт. Шуныһы мөһим – беҙ ситтә тормайбыҙ, һәм төбәгебеҙ, ҡалабыҙ үҫеше өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләйбеҙ. Тамара Белова – Рәсәй Федерацияһы Геройы Степан Беловтың әсәһе. Степан Белов 2022 йылдың февраленән махсус хәрби операцияла ҡатнаша. 2022 йылда, Т-72Б3М танкыһының йүнәлтеүсе-операторы урынында булғанда, хәрби хеҙмәткәр шәхсән үҙе 16 украин танкын, дүрт БМП-ны һәм 10 еңел бронялы маҡсатты эштән сығара. Хәрби бурыстарын үтәгәне өсөн уға ваҡытынан алда гвардия капитаны исеме бирелә. Хәрби хеҙмәткәр ике Батырлыҡ ордены, Суворов һәм “Хәрби ҡыйыулыҡ өсөн” миҙалдары менән бүләкләнгән. 2022 йылдың декабрендә Владимир Путин Октябрьский ҡалаһы яугирен Рәсәй Геройы йондоҙо менән бүләкләй. Фото: "Октябрьский нефтяник" гәзите.
Рәсәй Геройының әсәһе танкистар көнөндә тауыш биргән
8 сентября 20248 сен 2024
~1 мин