Бөгөн, 8 сентябрҙә, 14:00 сәғәттә акцияны ойоштороусылар бишенсе уйынды уйнатты. 44 кеше еңеүсе булды. Эште бойондороҡһоҙ комиссия күҙәткән. Беренсе бүләк – термопот Туймазы районында йәшәгән ике кеше ҡулына эләгәсәк. Саң һурҙырғыс-роботтар Нефтекама, Өфө, Салауат ҡалаларынан, шулай уҡ Йәрмәкәй, Архангел һәм Ҡыйғы райондарынан еңеүселәргә эләкте, ә планшет Күмертауға юллана. Ноутбукты -– Бәләбәй районы вәкиле, ә телевизорҙы Өфө кешеһе аласаҡ. Өфө, Күмертау, Салауат, Октябрьский ҡалаларында, шулай уҡ Балаҡатай, Мәсетле, Нуриман, Шаран, Бөрө, Баҡалы, Баймаҡ, Ҡырмыҫҡалы райондарында йәшәүселәр 23 аҡыллы колонкаға эйә булды. Смартфон хужалары – Өфө, Стәрлетамаҡ, Салауат ҡалаларынан, Стәрлебаш, Өфө, Ауырғазы һәм Мишкә райондарынан еңеүселәр. Велосипедты Белорет районынан бәхетле кеше алып ҡайта ала. Отошло билеттар тураһында мәғлүмәтте рахмат102.рф сайтында һәм “Алға-Патриот” төркөмөндә табырға мөмкин. Ойоштороусылар әйтеүенсә, QR-билеттарығыҙҙы 30 сентябргә тиклем ташламағыҙ. Бөгөн “Бүләкт