8 сентябргә көндөҙгө сәғәт 3-кә 1 миллион 921 мең 641 кеше, йәғни теркәлгән һайлаусыларҙың 64,56 проценты тауыш биргән. Был хаҡта брифингта Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы секретары Марина Долматова белдерҙе. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, исемлеккә 2 миллион 976 мең 305 һайлаусы индерелгән. Баш ҡалала әүҙемлек 61,73 процентҡа еткән. Өфөнән тыш, ҡалалар буйынса килеү күрһәткесе уртаса – 54,29 процент, райондар буйынса - 67,96 процент. Алдынғылар рәтендә - Әлшәй, Асҡын, Баҡалы, Балтас, Бишбүләк, Благовар, Борай, Йәрмәкәй, Ейәнсура, Ҡыйғы, Миәкә, Салауат, Стәрлебаш, Тәтешле, Федоровка, Саҡмағош, Шаран, Яңауыл райондары. Бында һайлау участкаларына һайлаусыларҙың 70 проценттан ашыуы килгән дә инде. Ҡалалар араһында тәүге урындарҙы Ағиҙел, Күмертау, Салауат, Стәрлетамаҡ һәм Өфө ҡалалары биләй. Бында 60 проценттан ашыуы тауыш биргән.