Һайлау дауам итә. Участка һайлау комиссияһы ағзалары өйгә саҡырған һайлаусыларға күсмә ҡумталар менән бара. Бөгөн Тәтешле районының Үрге Тәтешле ауылында йәшәгән 104 йәшлек Тәнзилә Фәхретдинова ла өйөнән тауыш бирҙе. Тәнзилә Ғатин ҡыҙы Фәхретдинова Тәтешле районындға иң оло кеше. Йөҙйәшәр өләсәй илдәге һәм райондағы бөтә ваҡиғаларҙы белергә тырыша, тормошо менән ҡәнәғәт, асыҡ фекерләй. Тәнзилә Ғатин ҡыҙы һайлауҙа ҡатнашыуҙы гражданлыҡ аңлылығы сағылышы һәм үҙенең бурысы тип иҫәпләүен таный. Тәтешле районы халҡы Республика Башлығын һәм муниципаль район советы депутаттарын һайлай. Кемдәр тауыш бирергә өлгөрмәгән, әле һуң түгел – һайлау участкалары сәғәт 20.00 сәғәткә тиклем. Фото сығанағы: Фанур Шайхисламов #ВыбираемГлаву #Выборы2024 #Башкортостан