Найти тему
Башҡортостан гәзите

Куба халҡы Башҡортостан Башлығын һайлай

Архангел районында кубиндар йәшәгәнен белеүселәр бармы икән? Ып-ысын, урындағы Куба халҡы. Баҡалды ауылында бәләкәй генә йылға менән бүленгән бер нисә йорттоң урамы – Куба тип атала. Үҙенсәлекле исем уйлап тапҡан боронғо авторҙарға тейешле баһа бирергә кәрәктер. Бына шунда бер нисә һайлаусы йәшәй ҙә инде: Әлфиә Әмирхан ҡыҙы Вәлиева, Раян Фәрхетдин улы Сәйфуллин һәм башҡалар. “Кубиндар” араһында иң өлкәне – 91 йәшлек Сәлмән Абдрахман улы Ғафаров. Олатай, оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, өйҙән тауыш биргән. Ауыл халҡы һайлау мәсьәләһендә әүҙемлек күрһәтә. “Беҙ сәскә атыусы Башҡортостан яҡлы!”, - ти улар. Фотоһүрәттәр Марина Клокова, Участка һайлау комиссияларынан алынған.