Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Республикабыҙҙың артабанғы яҙмышы беҙҙең һәм һеҙҙең ҡулда

Бөгөн һайлауҙың һуңғы көнө. Күптәр инде тәүге ике көндә үк тауыш бирҙе. Өфө фән һәм технологиялар университеты профессоры, башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультеты деканы Гөлфирә Риф ҡыҙы Абдуллина ла был гражданлыҡ бурысын үтәгән. – Көндәр сыуаҡ, матур тора. Күктә ҡояш дәрт биреп йылмая. Күңелдә һиллек. Гражданлыҡ бурысымды, ғәҙәттәгесә, эш урынымда үтәнем. Студенттарыбыҙ, уҡытыусылар, төркөм-төркөм булып, һайлауға килә. Иҡтисади яҡтан тотороҡлолоҡ, республикабыҙҙың артабан да үҫеш юлында булыуы өсөн тауыш бирҙек. Башҡортостан Башлығын һайлау – ул, ғәмәлдә, республикабыҙҙың киләсәген һайлау. Уның күп милләтле халҡының телен, әҙәбиәтен, мәҙәниәтен, ғөрөф-ғәҙәттәрен дә һаҡлау. Илебеҙгә тыныслыҡ ҡайтһын, балалар тулы ғаиләлә үҫһен, киләсәккә ышаныс юғалмаһын. Әйткәндәй, улым да быйыл тәүге тапҡыр һайлауҙа ҡатнашты. Атаһы менән икәүләп үҙебеҙҙең һайлау участкаһында тауыш бирҙеләр. Республикабыҙҙың артабанғы яҙмышы беҙҙең һәм һеҙҙең ҡулда. Ситтә тороп ҡалмайыҡ! – тирне Гөлфирә Абдуллина. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 6, 7, 8 сентябрҙә Башҡортостанда республика Башлығын, шулай уҡ район һәм ҡала советтары депутаттарын һайлауҙар үтә. Был көндәрҙә 8.00 сәғәттән 20.00 сәғәткә тиклем республиканың ҡала һәм райондарында 3 302 һайлау участкаһы эшләйәсәк. Төбәктә барлығы 218 һайлау кампанияһы – Башҡортостан Башлығын, республика өҫтәмә һәм урындағы үҙидараның вәкәләтле органдарына депутаттар һайлау буйынса 216 кампания ойошторола. Фото сығанағы: Гульфира Абдуллина #ВыбираемГлаву #Выборы2024 #Башкортостан