Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Бөгөн йәнә ике тапҡыр бүләктәр уйнатыла

“Рәхмәт” акцияһының ойоштороу комитеты вәкиле Римма Бикмырҙина хәбәр итеүенсә, бөгөн, 8 сентябрҙә, Башҡортостанда ике тапҡыр бүләк уйнатыла – көндөҙгө сәғәт 2-лә һәм 9-ҙа. Римма Бикмырҙина әйтеүенсә, 6 һәм 7 сентябрҙә уҙғарылған дүрт уйындың һөҙөмтәләре буйынса 150-гә яҡын еңеүсе билдәләнде. Бүләктәр араһында – квадроциклдар, мотоциклдар, офис һәм көнкүреш техникаһы. Бөгөн алдағы уйындар барышында тағы 150 самаһы еңеүсене билдәләргә кәрәк буласаҡ. Шулай уҡ Римма Бикмырҙина ни өсөн еңеүселәр араһында Өфө халҡының күп булыуын аңлатты. - Өфө – миллионлы ҡала, шуға күрә акцияла ҡатнашыусылар һәм еңеүселәр араһында республиканың баш ҡалаһында йәшәүселәрҙең күп булыуы тәбиғи, – тип хәбәр итте ул. Фото: Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.