Найти тему
Башҡортостан гәзите

Ғимран икенсе тапҡыр Халыҡ-ара олимпиадала алтын миҙал яуланы!

Башҡорт егете, әле Казандың 2-се лицей-интернат уҡыусыһы Ғимран Абдуллин International Olympiad of Informatics (IOI) Рәсәй йыйылма командаһы составында алтын миҙал яуланы. Был уның олимпиадала икенсе еңеүе - былтыр ул шулай уҡ “алтын” алып ҡайтҡан ине. “Быйыл информатика өлкәһендәге ошондай мөһим олимпиадала йәнә алтын миҙал яулауыма бик шатмын. Киләһе олимпиадаларҙа юғары һөҙөмтә күрһәтеү өсөн хаталар өҫтөндә эш башланды ла инде. Иҫәптә мин 20-се урын алдым, ә алтын миҙалдар - 30. Дөйөм алғанда, лицейға, уҡытыусыларға, тренерым Илшат Ирек улына бик рәхмәтлемен. Илшат Ирек улы - минең остазым, бөтә юл буйына һәр саҡ ярҙам итте, кәңәштәр бирҙе һәм, әлбиттә, информатикаға ғашиҡ булдым. Шулай уҡ Илшат Фәнил улын, олимпиадалар буйынса кураторҙы һәм инглиз теленә өйрәтеүен дауам итеүсе Айзат Данил улын айырым билдәләр инем. Барыһына ла ҙур рәхмәтлемен. Иң ҙур рәхмәт һүҙҙәре, әлбиттә, ғаиләмә һәм туғандарыма”, - тине Ғимран. Афарин, башҡорт егете! Артабан да уыштар! Фото: Ғимран Абдулли