Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Мәскәүҙе лә бер көндә төҙөмәгәндәр

Дүртөйлә районының Мәскәү ауылы халҡы һайлауҙың тәүге көнөнән үк әүҙем гражданлыҡ ҡарашын белдереп, тауыш биреүҙә ихлас ҡатнашҡан. Һайлауға килгән һәр кешене матур күренеш ҡаршы алған – һайлау участкаһы алды сәскәгә күмелгән. Шулай уҡ “Минең ғаиләм”, “Еңеү сәскәләре” күргәҙмәләрен ойошторғандар, матур концерт бүләк иткәндәр. Мәскәү ауыл биләмәһе башлығы Динар Хөснөтдинов ҡатыны менән тауыш бирергә барған. “Бөтә ғаилә менән барып, Башҡортостан Республикаһы Башлығын һайлауҙа тауыш биргәндә, беҙ гражданлыҡ бурысыбыҙҙы үтәп кенә ҡалманыҡ, республикабыҙҙың киләсәгенә лә өлөш индерҙек”, – ти ул. Ә инде гражданлыҡ бурысын үтәгән ир-егеттәр йыйылышып, Мәскәү ауылы эргәһендәге “Сылтырлы” шишмәһен төҙөкләндереү эштәренә тотонған. – Һыуҙы йырынға ағыҙыу өсөн өс метрлыҡ торба һалдыҡ, шишмәгә төшөү юлын баҫҡыс кеүек итеп эшләнек. Шишмә һыуын йыйыу өсөн тутыҡмай торған ҡоростан каптаж ҡоролма әҙерләгән Рәзиф Хәмит улы Фәтхлисламовҡа, Ришат Баһауетдин улы Бакиров һәм уның командаһына һәр ваҡыт ваҡыты

Дүртөйлә районының Мәскәү ауылы халҡы һайлауҙың тәүге көнөнән үк әүҙем гражданлыҡ ҡарашын белдереп, тауыш биреүҙә ихлас ҡатнашҡан. Һайлауға килгән һәр кешене матур күренеш ҡаршы алған – һайлау участкаһы алды сәскәгә күмелгән. Шулай уҡ “Минең ғаиләм”, “Еңеү сәскәләре” күргәҙмәләрен ойошторғандар, матур концерт бүләк иткәндәр. Мәскәү ауыл биләмәһе башлығы Динар Хөснөтдинов ҡатыны менән тауыш бирергә барған. “Бөтә ғаилә менән барып, Башҡортостан Республикаһы Башлығын һайлауҙа тауыш биргәндә, беҙ гражданлыҡ бурысыбыҙҙы үтәп кенә ҡалманыҡ, республикабыҙҙың киләсәгенә лә өлөш индерҙек”, – ти ул. Ә инде гражданлыҡ бурысын үтәгән ир-егеттәр йыйылышып, Мәскәү ауылы эргәһендәге “Сылтырлы” шишмәһен төҙөкләндереү эштәренә тотонған. – Һыуҙы йырынға ағыҙыу өсөн өс метрлыҡ торба һалдыҡ, шишмәгә төшөү юлын баҫҡыс кеүек итеп эшләнек. Шишмә һыуын йыйыу өсөн тутыҡмай торған ҡоростан каптаж ҡоролма әҙерләгән Рәзиф Хәмит улы Фәтхлисламовҡа, Ришат Баһауетдин улы Бакиров һәм уның командаһына һәр ваҡыт ваҡытында ярҙам иткәне, Илфир Риф улы Ғилметдиновҡа торба биргәне өсөн ҙур рәхмәт белдерәбеҙ. Хәҙер бында һыу алыу күпкә уңайлы булды, – тип ҡыуаныслы ваҡиға менән уртаҡлашты Динар Хөснөтдинов. Мәскәүҙәрҙең һайлау көнөндәге эшмәкәрлеген күргәс, Юрий Визборҙың “Александра” шиғырындағы: "Не сразу все устроилось, Москва не сразу строилась, Москва слезам не верила, А верила любви”, – тигән юлдары иҫкә төштө. Эйе, Мәскәүҙе лә бер көндә төҙөмәгәндәр, ә быуаттар буйы төҙөгәндәр һәм төҙөйҙәр, тимәк, беҙгә лә республикабыҙ, ҡалаларыбыҙ, ауылдарыбыҙ матур булһын өсөн, төҙөргә лә төҙөргә кәрәк. Ә, иң мөһиме, бер-беребеҙгә хөрмәт, һөйөү менән ҡарап йәшәйек. Фото сығанағы: Динар Хөснөтдинов.