Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы “Алтын” позывнойлы яугир ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан арала гражданлыҡ бурысын үтәргә лә өлгөрҙө. Ул Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы 643-сө һайлау участкаһында Башҡортостан Башлығын һәм ҡала Советы депутаттарын һайлауҙа ҡатнашты. Яугир республика, ҡала етәкселегенә һәм битараф булмаған яҡташтарына даими гуманитар ылауҙары өсөн рәхмәт белдерҙе. “Бындай тыл менән еңеү беҙҙең яҡта буласаҡ!”– тине яугир. “Алтын” яҡташыбыҙ өлкән лейтенант Александр Козоногов командалыҡ иткән Советтар Союзы Геройы Алексей Сухоруков исемендәге Стәрлетамаҡ реактив батареяһында хеҙмәт итә. Беҙ уға һаулыҡ һәм уңыштар теләйбеҙ! Фото: https://vk.com/srgazeta