Башҡортостанда һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр ҙә әүҙем рәүештә тауыш бирә. Бының өсөн уларға бөтә шарттар ҙа булдырылған. Был турала “Башҡортостан Башлығын һайлау” йәмәғәт матбуғат үҙәгендә һөйләшеү булды. Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры урынбаҫары Азат Арыҫланов республикала тауыш биреү процесының нисек ойошторолоуы хаҡында һөйләне. – Башҡортостанда 18 йәштән өлкән 225 мең инвалид граждан теркәлгән. Шуларҙың 12 меңе – ишетеү һәләте буйынса, 8 меңдән ашыуы – күреү һәләте буйынса инвалидтар, 19 меңе – терәк-хәрәкәт аппараты проблемалары менән. Һайлау участкаларының 90 проценты беренсе ҡаттарҙа урынлашҡан, 1600-ҙән ашыу участкала - пандустар, 800-ҙән ашыуына ваҡытлыса түшәмдәр ҡуйылған, 1200-ҙән ашыу участка хеҙмәткәрҙәрҙе саҡырыу төймәләре менән йыһазландырылған. – Ишетмәгән граждандар һайлауҙарға бик яуаплы ҡарай, ғәҙәттәгесә ҙур компаниялар, ғаиләләре менән тауыш бирергә йөрөй, – тине Бөтә Рәсәй һаңғырауҙар йәмғиәтенең төбәк бүлексәһе рәйесе Ольга Шевнина. – 1