Хеҙмәт ветераны ни өсөн себештәр менән килгәнен аңлата Ошо көндәр эсендә Башҡортостан һайлау участкаларына кемдәр генә килмәне: викингтар, динозаврҙар, пандалар. Йорт хайуандары ла мөһим сәйәси саранан ситтә ҡалманы, ҡайҙалыр бесәй, ҡайҙалыр эт менән килеүселәр булды. Ә бына Йылайыр районының Ҡашҡар ауылынан Зәкиә Зәйнуллина себештәре менән тауыш бирергә килгән. Ғүмере буйы медицина тармағында эшләгән хеҙмәт ветераны ағинәйҙәр клубына ихлас йөрөй, ғөмүмән, әүҙем тормош алып бара. – Әтәс иртә тора торған ҡош. Таң менән тороп бар донъяны уята. Борондан иртә торған кешегә Хоҙай ризыҡ сәсә, ти. Муллыҡ, уңыш символы был ҡош. Башҡортостаныбыҙ сәскә атһын, алға китһен өсөн ошо ҡошто һайлауға тотоп килдем, – тип аңлата ул.